АТАЙСАЛ
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Июня 2021, 10:35

Балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп

Сәйәхәт итеп йөрөгәндә балаң булмаһа ине... Юҡ, киреһенсә булһа ине. Сөнки,Рәсәй буйлап сәйәхәткә балалары менән сығыусы ғаиләләргә алыҫ арауыҡтарға йөрөгән поездарға билет ташламалы хаҡҡа һатыла.Тулыһынса сайттан уҡығыҙ.

Сәйәхәт итеп йөрөгәндә балаң булмаһа ине... Юҡ, киреһенсә булһа ине. Сөнки,
Рәсәй буйлап сәйәхәткә балалары менән сығыусы ғаиләләргә алыҫ арауыҡтарға йөрөгән поездарға билет ташламалы хаҡҡа һатыла. Әгәр ҙә һеҙҙең бәлиғ булмаған 18 йәшкәсә балағыҙ бар икән, уға купе хаҡы арзанға төшәсәк.
Дәүләт ярҙамы алыҫ араларға йөрөгән поездарҙың купе вагондарына билет алыусырға тәғәйенләнгән.
Ташламалы тариф махсус формалу буйынса иҫәпләнә. Маршруттар буйынса сикләүҙәр юҡ – ташламалы хаҡҡа билетты теләгән тарафҡа алырға мөмкин.
Программаға ярашлы дәүләт ярҙамы менән үҙаллы сәйәхәт итеүселәр ҙә, турҙар аша ял итеүселәр ҙә ҡуллана ала.
Читайте нас