АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Июня 2021, 07:45

Сит илгә ял итергә барырға хыялланаһыңмы?

Улайһа Күп тармаҡлы үҙәктең Сибай филиалында сит ил паспорты юлла ла сәйәхәткә сыҡ!

2011 йылдың йәйендә “Административ барьерҙарҙы кәметеү, оптимизация һәм дәүләт һәм муницмпаль хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу” республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәктә Күп тармаҡлы үҙәк республика дәүләт автономлы учреждениеһы барлыҡҡа килгәйне.
Сибай ҡалаһында үҙәк филиалы 2014 йылдан алып эшләй. Ошо көндәрҙә бында яңы хеҙмәт төрө--крипотокабина барлыҡҡа килде.
Күп тармаҡлы үҙәктең Сибай филиалында 19 универсаль һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн 2 бизнес тәҙрә эшләй. 50 хеҙмәткәрҙән торған коллектив башта халыҡҡа 139 төрлө хеҙмәт күрһәтһә, әлеге ваҡытта сибайҙарға һәм эргә-тирәләге райондар кешеләренә бында бер юлы 287 төр хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге бар. Эшләү дәүерендә филиал 600 меңдән ашыу кешенең мөрәжәғәтен хәл иткән. Граждандар араһында Рәсәй үҙәгенең социаль ярҙам, Росреестр һәм эске эштәр министрлыҡтарының хеҙмәттәре айырыуса популярлыҡ менән ҡулланыла. Ошо көндәрҙә генә “Цифрлы иҡтисад” миллипроектына ярашлы урындағы күп тармаҡлы үҙәктә «Криптокабина» комплексы булдырылды. Техник комплекслы программа 10 йыл ҡулланылышлы заманса сит ил паспортын юллау мөмкинлеге бирә.
--Техник комплекслы программаға ярашлы һәр кеше үҙаллы кабинаға инеп ғариза ебәрә ала. Үҙеңде тәртипкә килтереп , ракурс һайлап фото төшөү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ үҙаллы документтар тултырырға мөмкин, сканер менән ҡулланыу ҙа уңайлы. Бармаҡ эҙҙәрен төшөрөүҙә бер ҙә ҡамасауламай. Кабинетҡа үҙең хужа. Теләһәң хеҙмәткәрҙе саҡырырға мөмкин. Документтар тура Рәсәй эске эштәр министрлығына ебәрелә. Элекке кеүек паспорт өҫтәле хеҙмәтен борсорға кәрәкмәй,-- республика күп тармаҡлы үҙәгенең Сибай филиалы мөдире
Роберт Исҡаҡов.--Пландар күп. Иң беренсе сиратта автомобилдәр өсөн дәүләт номерҙары бирә башларға иҫәп тотабыҙ. Шул рәүешле Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының теркәү-имтихан төркөмөнөң эшен еңеләйтәсәкбеҙ.
Крипокабина цифрлы фотокамера, махсус яҡтылыҡ, бармаҡ эҙҙәре сканеры һәм документтар менән йыһазландырылған. Кабина аша ғариза бирергә теләүселәргә үҙәк хеҙмәткәрҙәре кәрәкле документтар туплауҙа ярҙам күрһәтә. Бөтә мәғлүмәт автоматик рәүештә электрон форматта артабан ҡаралыу өсөн Рәсәй эске эштәр министрлығының сегмент ведомствоһына ебәрелә. Ғариза эшмәкәрлеген Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки күп тармаҡлы үҙәктең рәсми сайтындағы шәхсән кабинеттан күҙәтеп барырға мөмкин. Сит ил паспорты юллаусыға документтың әҙер булыуын шылтыратып белгертәләр. Киләсәктә был тәңгәлдә ҡулланыусыларға хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү планлаштырыла.
#нацпроекты#миллипроекттар#цифроваяэкономика
Читайте нас