Рәсәй статистика бүлеге халыҡтан тағы ла бер ҡыҙыҡлы һорау алыу үткәргән. Шулай итеп, һорау алыуҙа ҡатнашҡан халыҡтың күбеһе ғаилә бюджетының 30%-ы балаларға сарыф ителеүен белдергән. Халыҡтың 36%-ы бер балаға айына уртаса 5000-дән 10000-гә тиклем аҡса китә тип билдәләгән, 1%-ы бала кәрәк-ярағына айына 50000 һум аҡса сарыф итеүен билдәләгән. Аҡсаның иң күбе 10 йәштән 14 йәшкә тиклемге балаларға китә, бәләкәстәргә ваҡ-төйәк күберәк кәрәк кеүек тойолһа ла, был осор - иң арзан тип билдәләнелә икән.
Рәсәй Президенты В.В.Путиндың ғаиләләргә ярҙам итеү программаһы 1 июлдән старт ала. Бында баланы яңғыҙ тәрбиәләгәндәргә, мохтаж ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға, һәм мәктәп уҡыусылары булған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам күрһәтеү ҡаралған.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса күп ҡатын-ҡыҙҙар йәшәү шарттары етеш булмағанлыҡтан, аҡса етешмәүҙән бала табырға теләмәй. Күптәре ышаныслы ир-ат булмауын төп сәбәп тип һанаған.