Сибай ҡалаһының “Шифа” лагеры ҙур үҙгәрештәр кисерә. Күптән түгел бында етәксе алмашынды, тәүге ял сменаһына балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерлек бара. Иң мөһиме – лагерь үҙәк һыу системаһына тоташты.
Бындай уңайлыҡ ҡала янындағы һауыҡтырыу лагерын киләсәктә тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк реабилитация үҙәгенә әүерелеүенә беренсе аҙым. Сибай ҡалаһының ғына түгел, тотош Урал аръяғы райондарының физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларын хеҙмәтләндерәсәк үҙәккә былтыр Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйҙа нигеҙ ташы һалынды. Быйыл крандарҙан һыу ағып тороуҙан тыш, корпустар яңыртылған, майҙансыҡтар киңәйтелгән. Быға ҡәҙәр эсәр һыуҙы ҡаланан ташыһалар, хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙылған.
Киләсәктә тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк үҙәктә Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һаулыҡтары ҡаҡшаған балалар сәләмәтлектәрен нығыта аласаҡ. Әлеге мәлгә төбәктә 700-ҙән ашыу ғәрип, 2 меңдән ашыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала йәшәй. Шифала уларҙы реабилитациялау өсөн иң яҡшы заманса уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ.
“Шифа” лагеры директоры Тимур Бурамбай улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта балаларҙың йәйге ялын уҙғарыуға ныҡлы әҙерлек алып барыла. Биләмәләр талпанға ҡаршы препарат менән эшкәртелгән, бөтә йорттарҙа косметик ремонтланған. Янғын һағы һыҙаты булдырылған. Ашхана елләтеү ҡоролмаһы менән йыһазландырылған. Беренсе заезд 1 июлдә асыла. Балаларҙың ялын фәһемле һәм файҙалы итеп уҙғарыу өсөн махсус әҙерлекле вожатыйҙар – педагогия колледжы студенттары эшкә саҡырылған.
Әлегә «Шифа» һәм «Юлдаш» лагерҙары балалар туристик кешбэгы программаһына индерелеү өҫтөндә. Программаға инһәләр, Башҡортостан Республикаһында ял һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре менән ҡулланыусы балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпләү мәғлүмәт системаһы аша лагерҙарға путевка һатып алыу мөмкин буласаҡ.
Был эштәрҙең барыһы ла “Мәғариф” милли проектының “Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#Нацпроекты#миллипроекттар#мәғариф