Новости
9 Июня 2021, 09:55

Туған тел кабинетына-- мультимедиа комплексы

Дөйөм белем биреү ойошмалары араһында уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте кабинеттары республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.Еңеүселәр араһында сибайҙар булыуы ҡыуаныслы.Тулыраҡ сайтта.

Дөйөм белем биреү ойошмалары араһында уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте кабинеттары республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай ҡалаһы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты республикала иң-иңдәр рәтендә билдәләнде. Белем усағының йәш, өмөтлө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Вәкил ҡыҙы Яҡшыбаева етәкләгән милли мөхитле туған тел бүлмәһе яңы уҡыу йылы башына мультимедиа комплексы менән йыһазландырыласаҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар#мәғариф#гимназия#конкурс
Читайте нас