Новости
7 Июня 2021, 04:05

Күп балалы ғаиләләр һалым түләмәй

Башҡортостан Республикаһы Башлығы күп балалы ғаиләләргә “Әсәлек даны” миҙалына ҡушылып бирелгән аҡсалата түләүҙән физик шәхестең килеменә һалым тотолмауын раҫлаған указға ҡул ҡуйҙы. Бынан ары 5 һәм унан да күп бала бағыусы әсәләр уны тулы күләмдә--сумманың 13 проценты тотоп ҡалынмаған килеш аласаҡ. Миҙалдың аҡсалата түләүе 17241 һум тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт министрлығы шулай уҡ “Ата-әсә даны” дәүләт наградаһына ҡушып бер мәртәбә бирелгән 100 мең һум күләмендәге аҡсаға ла һалым тотолмаясағын хәбәр итә. Бындай миҙал республикабыҙ данын арттырыуға булышлыҡ иткән геройҙар тәрбиәләгән ата-әсәгә бирелә. Бындай дәртләндереү саралары "Демография" милли проекты сиктәрендә булдырылған.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография
Читайте нас