Новости
7 Июня 2021, 06:00

Фольклориада саралары Урал аръяғында ла үтә

Июль башында Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республикабыҙҙың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһаясаҡ.

Тиҙҙән Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһай.
Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла. Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейем парадын әҙерләй. Мәҙәни сараларҙың барыһы ла асыҡ һауала үтә. Байрамда ҡатнашыусылар социаль арауыҡты һаҡлап битлек кейергә тейеш.
Фото: kultura-neft.com
Читайте нас