Новости
4 Июня 2021, 04:05

Әсәлек капиталына йәнә үҙгәрештәр индерелде

Рәсәй Президенты В.В.Путин Әсәлек капиталын башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыу мөмкинлектәрен ҡарауҙы һораны.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Әсәлек капиталын башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыу мөмкинлектәрен ҡарауҙы һораны. Шуға күрә, ил хөкүмәте капиталды ремонт эшләүҙә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ҡулланыу тураһында яңы проект тәҡдим итте.
Был ҡарарҙы ҡеүәтләп В.В.Путин үҙ фекерен белдерҙе:
“Аҡса юҡҡа әрәм ителмәһен өсөн төрлө критерийҙар индерергә кәрәк. Ремонт эштәре уҙғарылғас, был турала дөрөҫ отчет бирелергә тейеш. Шулай уҡ дәүләт органдары ла отчетты ныҡлы тикшерергә, эшләнелгән эштәрҙе ҡарарға һәм баһаларға тейеш буласаҡ. Ни тиһәң дә бала аҡсаһы-бала мәнфәғәтенә тотонолорға тейеш.”
Читайте нас