za.gorodsreda.ru платформаһында илебеҙҙә 2022 йылда төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн тауыш биреү тамамланды. Биш аҙна дауам иткән тауыш биреүҙәрҙә үҙе йәшәгән ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн матурлау яҡлы булған 9,7 миллиондан ашыу рәсәйле ҡатнашҡан. Рәсәйҙең 30 төбәгендә 100 меңдән ашыу кеше теге йәки был биләмәне рәтләү мөһимлеген билдәләгән.
--Быйыл беренсе тапҡыр Бөтә Рәсйә тауыш биреүҙе онлайн рәүештә ойошторҙоҡ. Халыҡ сараға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡушылды. Тауыш биреүҙә бөтә ил -- Калининградтан алып Чукоткағаса әүҙем ҡатнашты,-- тип белдерҙе сараны ойоштороусылар.