1 июндән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары хеҙмәттәре өсөн түләмәүселәргә пеня һалына.
Сүп-сар менән итеүсе төбәк операторының тәүге 2 йыллыҡ эшмәкәрлеге үҙгәртеп ҡороуҙарҙан торҙо. Шуға күрә лә халыҡ торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең яңы хеҙмәтенә күнекһен өсөн 2019, 2020 йылдарҙа был хеҙмәт өсөн түләмәгән ҡулланыусыларға пеня өҫтәлмәне. Әммә быйыл 1 июндән реформа осоро тамамланды. Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ Кодексының 2004 йылдың 29 декабрендәге 188-се федераль законына ярашлы ҡалдыҡтар менән эш итеүсе “Эко-Сити” йәмғиәте сүп-сар өсөн түләмәүселәргә пеня һала һәм бурысты түләтеүҙең бөтә алымдарын да ҡуллана башлай.
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ Кодексының 1-се һәм 66-сы статьяларына ярашлы күп ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр һәр айҙың 10-сы көнөнә ҡәҙәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ түләргә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: субсидия йәки берҙәм аҡсалата компенсация торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурысы булмаған граждандарға ғына тәғәйенләнә.
“Эко-Сити” төбәк операторы ҡулланыусылар мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары хеҙмәте өсөн түләүҙең төрлө варианттарын тәҡдим итә. Улар менән йәмғиәттең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Әгәр түләү квитанцияһында белешмәләр дөрөҫ күрһәтелмәһә, уларҙы төҙәтеү өсөн йәмғиәт етәкселегенә мөрәжәғәт итергә һәм тейешле документтар тупларға кәрәк.