Новости
28 Мая 2021, 04:40

Ярҙам саралары ҡасандан түләнә башлай?

Президент В.В.Путин Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән социаль ярҙам саралары ошо көндәрҙә түләнә башлай. Был законға ил башлығы 25 майҙа ҡул ҡуйҙы.Тулыраҡ сайтта

Президент В.В.Путин Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән социаль ярҙам саралары ошо көндәрҙә түләнә башлай. Был законға ил башлығы 25 майҙа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы 1 сентябрҙән бала ауырыу сәбәпле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ белешмәһен алыусыларға эш хаҡы тулыһынса түләнәсәк. 8 –ҙән 17 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнгән тулы булмаған ғаиләләргә ай һайын төбәктәге балалар йәшәү минимумының яртыһы түләнә башлай. Шулай уҡ 1 июлдән 12 аҙнаға тиклем медицина учреждениеһына учетҡа баҫҡан ауырлы ҡатындарға йәшәү минимумының 50%-ын түләү ҡаралған.
#ВВПУТИН
Читайте нас