АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
28 Мая 2021, 10:15

Сибай башҡорттары ҡоролтайында яңы етәксе

Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Солтангәрәев Илшат Рәшит улы йәшәү урынын алмаштырыуы һәм үҙ вазифаһынан китеүе сәбәпле, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы рәйес һайланды.Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Сибай ҡалаһы хакимиәтендә ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 24-се ултырышы үтте. Уны ағзаһы Лоҡманова Гүзәл Марат ҡыҙы алып барҙы..
Ҡоролтайҙа ҡоролтай ағзалары, ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар:
Башҡортостан Республикаһы башлығының кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Башнедра" тау-геология мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Хәмитов Рәсих Әғзәм улы;
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы Ярмуллин Азат Шакирйән улы;
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәхмәтуллин Хәлил Юлай улы;
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Аҡназарова Гөлназ Вәкил ҡыҙы.
Гүзәл Марат ҡыҙы Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 2019-2021 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.
2020 йылда һәм әлеге көнгә тиклем Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты илдәге тотороҡло хәлгә ҡарамайынса йылдағыса әүҙем эшләне. Донъяны баҫҡан COVID – 19 вирусы күп осраҡта беҙҙе ҡурсаланырға мәжбүр итте. Осрашып һөйләшеүҙәр, кәңәшмәләр һирәк булды. Шуға ҡарамаҫтан, ҡоролтай ағзалары үҙ эшен туҡтатманы. Төрлө сара-байрамдарҙа, конкурстарҙа, тематик кисәләрҙә онлайн һәм офлайн рәүештә ҡатнашты.
Башҡарма комитеттың мәғариф һәм башҡорт телен уҡытыу комиссияһы юғары әүҙемлек күрһәтте. Айсыуаҡова Рәсимә Фитрат ҡыҙы, Моталлапова Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы, Ғәлиәхмәтов Рәфил Өлфәт улы, Лоҡманова Гүзәл Марат ҡыҙы мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләләре менән даими рәүештә танышып барҙы.
Ҡоролтай секцияларының комиссия ағзалары Ғәйнуллина Таңһылыу Фәтиховна, Айсыуаҡова Рәсимә Фитратовна, Ғәйнуллина Асия Солтановна, Ғәниева Сәжидә Факиловна, Абилева Гөлсәриә Ғәйнисламовна, Шәрәфетдинова Гөлназ Мөхөтдиновна, Моталлапова Айһылыу Мирсәитовна мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар тарафынан үткәрелгән бик күп сараларҙа, байрам-конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, жюри составында эшләй. “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, милли байрамдар, тематик кисәләр уларһыҙ үтмәй.
Әбилева Гөлсәриә Ғәйнислам ҡыҙы 2019 йыл башынан мәсет менән эш башлағайны Әминә Ноғманованың мосолман исемдәре китабына презентция үткәреште. "Ислам бөгөн" тапшырыуында, мәсеттә эшләгән балалар лагерҙары, өлкәндәр өсөн уҡыуҙар, Мәүлит кисәләре, Мосолман байрамдарында, Хәҙрәттең вәғәздәрендә аҙна һайын эшләп торҙо. Әғләметдин ағайға халыҡҡа әүҙем тәрбиә биреү эштәре өсөн ҡала ҡоролтайы рәхмәт хатын тапшырҙыҡ. Балалар, йәштәр тормошта дөрөҫ юл алыуына “Тәҡүә” мәсете менән берлектә эшләү яҡшы һөҙөмтәлөр бирә. Мәсеттәге ял лагерҙарына хатта күрше райондарҙан да балалар ебәрергә тырышалар. Йәш быуынға дөрөҫ дини тәрбиә биреү беҙҙе лә борсой.
Мәҙәниәт секцияһынан Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Уның сәсәндәр мәктәбе эшләп килә инде. Унан тыш “Талир тәңкә”, “Ете ҡыҙ” секциялары, “Арғымаҡ” этно-фольклор төркөмө уның ҡарамағында. Селтәр, һаҡал, түшелдерек һәм башҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен эшләү, кейеҙ баҫыу буйынса мастер кластары Сибай ҡала мәктәптәре һәм балалар баҡсаларында ғына түгел, Башҡортостандың, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең район, ҡалаларында үтеп тора.
Эшҡыуарлыҡ секцияһынан Шәйәхмәтов Радик Шәкирйән улы тырышып эшләй. Ул ҡаланың 5-се мәктәбе, “Ләйсән” балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәйләнештә. Милли байрамдар үткәреүҙә ярҙамы бик ҙур.
Сибайҙа эшләп килгән тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мәҙәни-аң-белем таратыу үҙәге булып тора. Улар үткәргән саралар балаларҙы, йәш быуынды, тотош халыҡты тәрбиәләүҙә алыштырғыһыҙ ярҙам. Тыуған ергә һөйөү, уның тарихын белеү – милли аң үҫтереүҙең нигеҙе.
Башҡарма комитеты ағзалары йыл әйләнәһенә ҡала хакимиәте эргәһендәге төрлө комиссиялар эштәрендә, ҡалала үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Беҙҙең тәҡдим менән ҡалала “Аҡ һаҡалдар” ҡоро тергеҙелде һәм эшләп килә. Уның рәйесе булып Бикбов Зиннур Ямалетдин улы эшләй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын Ғәниева Сәжидә Факил ҡыҙы етәкләй. Улар бик әүҙем эшләй. Быйыл февраль айында үткән “Тәмле” милли ризыҡ конкурсында ҡатнашып, ҡала мәҙәниәт бүлеге, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Ағинәйҙәр ҡоро” менән бер рәттән ойоштороусылар ҙа булып торҙолар. Улар ҡала студенттары менән әүҙем эш алып бара, табибтар менән берлектә төрлө саралар , улар менән осрашыуҙар үткәрәләр. 6 йыл рәттән ҡалала “Супер мамочки” тигән әсәйҙәр төркөмө менән бергәләп “Супер өләсәй” конкурсы ойошторалар. менән3 йыл рәттән ҡалабыҙҙың ауыр хәлдә ҡалған 4 ғаиләһенә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтәләр. 5 йыл рәттән республикала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” конкурсы үткәрелә. Аҙаҡҡы 3 йыл эсендә 27 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Ҡоролтай комитеты Ветерандар советы, русстар Соборы, инвалидтар ойошмалары менән берлектә эш алып бара. Ҡалабыҙҙа йәшәгән милләттәр, диндәр араһында татыулыҡ яҡлы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән былтыр «Башҡорт теле көнө» һәм 2020 йыл Башҡорт теле йылына арнап республикала һәм милләттәштәр күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыл дауамында башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторолдо. Тематик йылға йомғаҡлау тантанаһы Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.Башҡорт теле йылы йомғаҡтары буйынса хатаһыҙ ҡала һәм райондар билдәләнде. Беренсе урын Сибай ҡалаһына бирелеүе ҡоролтай эшенең һөҙөмтәһе.
Ултырыш аҙағында Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Солтангәрәев Илшат Рәшит улы йәшәү урынын алмаштырыуы һәм үҙ вазифаһынан китеүе сәбәпле, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы рәйес һайланды. Ул – Сибай гимназия-интернаты директоры Бикбова Роза Хаммат ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары яңы рәйескә эшендә уңыштар теләне, сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас