АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Мая 2021, 03:40

Ауылдарға - ярҙам

Депутат ауылдарға ярҙам итергә вәғәҙәләгән... Был ярҙамды тиҙҙән Иҫке Сибай ауылы ла ала.

Башҡортостан ауылдарына Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһында ҡатнашыусы Ризуан Ҡорбанов “Урам балалары” проекты сиктәрендә ярҙам күрһәтә. Күптән түгел Ризуан Ҡорбанов, джиу-джитсу һәм грэпплинг буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Республиканың спорт федерацияһы вәкилдәре һәр төрлө көрәш йүнәлеше өсөн балаҫтар һораны. Ризуан Ҡорбанов был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүгә көс һалды. Белорет, Ғафури, Бөрйән, Ҡыйғы, Учалы райондарында берәр ауылға ҡатнаш көрәш һәм грэпплинг өсөн балаҫ бүленде. Милли көрәш өсөн Ейәнсура районының ика ауылына махсус балаҫ ебәрелде. Бөрйән районының Исламбай ауылына, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына ла улар тиҙҙән биреләсәк.
“Урам балалары” проекты балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында эшләй.
Читайте нас