Новости
21 Мая 2021, 04:14

Төрмәлә ултырыусылар төҙөлөштә эшләрме?

Яза башҡарылыуын тикшереү федераль хеҙмәте директоры Александр Калашников Рәсәй Президенты В.В.Путин менән осрашыу ваҡытында төрмәлә ултырыусылар тураһында үҙ фекерен еткерҙе.

Яза башҡарылыуын тикшереү федераль хеҙмәте директоры Александр Калашников Рәсәй Президенты В.В.Путин менән осрашыу ваҡытында төрмәлә ултырыусылар тураһында үҙ фекерен еткерҙе. Етәксе билдәләүенсә, уларҙы мигранттар урынына төҙөлөш эштәренә йәлеп итергә була. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 483 мең кеше иркенән мәхрүм ителгән, уларҙың 188 меңенең язаһын эшкә йәлеп итеү менән алыштырырға була.
15 июндә Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле мигранттарҙы үҙ илдәренә сығарыу мораториеһының көсө ғәмәлдән сыға. Шуға күрә етәксе был һорауҙы ил кимәлендә етди хәл итергә кәрәклеген белдерҙе.
#ВВПУТИН
Читайте нас