Новости
19 Мая 2021, 04:20

Ҡыҙылдар туған телде, мәҙәниәтте өйрәнә

Сибайға терәлеп ятҡан Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлегә эйә. Быйыл март айында унда йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе эшләй башланы.

Сибайға терәлеп ятҡан Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлегә эйә. Быйыл март айында “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” программаһына ярашлы унда йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе эшләй башланы.
Туған телде өйрәнеүгә хоҡуҡ Рәсәй Конституцияһы менән нығытылып закон менән яҡлана. Һуңғы йылдарҙа дәүләт теле булған башҡорт телен өйрәнеүгә үҙ төбәгебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә айырым иғтибар бирелә.
--Ҡыҙыл ҡасабаһының 2-се мәктәбе директоры Любовь Смирнова белем усағында башҡорт балалары күпләп уҡыуын, ғөмүмән ҡасабала башҡорттар күп булыуын иҫәпкә алып, йәкшәмбе мәктәбе асырға тәҡдим итте. Ҡуш ҡуллап риза булдым һәм эшләй башланым, -- ти 2-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы, йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе етәксеһе Гөлсөм Уйылданова.--Әлегә мәктәптә 20 бала шөғөлләнә. Шуның 18-ҙе үҙебеҙҙең уҡыусылар булһа, икәүһе 1-се мәктәптән килә. Йәкшәмбе мәктәбе тиһәк тә башлыса дәрестәрҙе йома көнө 3 төркөмгә бүлеп үткәрәм.
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн белем усағында махсус кабинет булдырылған. Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе етәкселеге әсә теле кабинетын йыһазландырыуға ҡорамалдар һатып алырға ярҙам иткән. Класҡа башҡорт музыка ҡоралдары, шулай уҡ этно-художество ижады ҡомартҡылары һәм телде үҙләштереүгә еңел, заманса әсбаптар ҡайтарылған.
Ҡасабала йәшәүсе милләттәштәребеҙҙҙең балалары йәкшәмбе мәктәбенә ҙур теләк менән йөрөй. Бында ул туған телдә матур итеп аралашыуҙан тыш, мәҙәниәтте лә өйрәнәләр. Мәктәп тәрбиәләнеүселәре Азалия башҡортса өҙә баҫып бейей белһә, Артем ҡумыҙҙа уйнарға оҫтарып бара.
Яңы уҡыу йылы башынан йәкшәмбе мәктәбендә уҡыусылар һаны тағы ла артыуы көтөлә. Мәктәп етәкселеге уҡыусыларҙы төркөмдәргә тигеҙ бүлеп, белем биреүҙең сифатын күтәреү өҫтөндә лә ныҡышмал эшләргә иҫәп тота.
#нацпроекты#миллипроекттар#образование
фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.
Читайте нас