Хәҙер был ҡеүәтле техника урманлы-ташлы Йылайыр районының Кананикольский тарафтарындағы юлдар буйлап елдерә башлай. Төпкөлдә тап шундай машина кәрәк тә инде. Кананикольск ауыл биләмәһе етәкселеге табип амбулаторияһына тиҙ медицина ярҙамы машинаһы биргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовҡа, уның урынбаҫары Александр Коротковҡа, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитовҡа ҙур рәхмәт белдерә. Төбәктең медицина учреждениелары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.