Новости
18 Мая 2021, 08:00

Хәйбулланың уңған ғаиләһе

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Солтановтар ғаиләһе «Ғаилә ҡиммәттәре—2021» күп балалы ғаиләләр фестивалендә райондары намыҫын уңышлы яҡланы. Быйыл фестиваль «Үҙ шөғөлө булған күп балалы ғаилә» девизы аҫтында ойошторолдо. Ә Солтановтарҙың ғаилә шөғөлө нимәнән ғибәрәт? Был хаҡта сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Солтановтар ғаиләһе «Ғаилә ҡиммәттәре—2021» күп балалы ғаиләләр фестивалендә райондары намыҫын уңышлы яҡланы. Быйыл фестиваль «Үҙ шөғөлө булған күп балалы ғаилә» девизы аҫтында ойошторолдо.
Ярыштың «Ғаилә кадрҙа» конкурсында Солтановтарҙың видеоролигы йөҙәрләгән ғаилә араһында еңеүгә өлгәште. Уларҙың ғаилә шөғөлдәре—ҡортсолоҡ тураһындағы сюжеттары жюри ағзаларын таң ҡалдырған. Сараны әҙерләүселәр фестивалдең абсолют еңеүселәре өсөн Нуриман районының хозур тәбиғәтле урындарына сәйәхәт ойошторған. Сәйәхәттең һәр этабы: ярыштар, оҫталыҡ кластары, һыу буйында йөрөүҙәр, экскурсиялар барыһы ла кадрға төшөрөлөп, «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тулы метражлы фильмы хасил булған.
Өс бала тәрбиәләгән Әлфиә һәм Ринат Солтановтар район үҙәгендә йәшәй. Әлфиә Илшат ҡыҙы Хәйбулла районының ғаилә хеҙмәтендә мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. Ғаилә башлығы Ринат Рәшит улы Аҡъяр тау колледжы хеҙмәткәре.
Матур ғаиләгә артабан да ижади уңыштар, балаларын үҙҙәренә лайыҡлы алмашсы булырҙай итеп тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас