Рәсәй туризмы башлығы Зарина Догузова балалар һауыҡтырыу лагерҙарына путевкаларҙың хаҡы ҡасандан кире ҡайтарыласағы тураһында һөйләне:
-Был ярҙам сараһы 20 майҙан старт ала. Июндең уртаһынан һәм июль, август айҙарында, ғөмүмән, йыл аҙағына тиклем балаларын һауыҡтырыу лагерҙарына ебәрергә теләүселәргә путевка хаҡының 50%-ы кире ҡайтарыласаҡ. Әлегә ташламалы хаҡ булдырыу өсөн һауыҡтырыу лагерҙары менән килешеү төҙөлә. Был датаға тиклем путевка алыусыларға аҡса ҡайтарылмай. Шуға күрә туроператорҙар аша путевкаларҙың датаһын үҙгәртеп алырға, йә кире тапшырырға кәрәк буласаҡ. Бында инде миҙалдың икенсе яғы – сират күплеге. Беренсе сменаға ял итергә теләүселәр бик күп, путевканы тапшырған арала, уны тулы хаҡҡа һатып алыуысы табылыуы мөмкин.
Балалар ялына иғтибар бүлеү, ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ һауыҡтырыу лагерҙарына путевкаларҙың ярты хаҡын кире ҡайтарыу тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин 21 апрелдә уҙған Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйткәйне. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, бөгөнгө көндә проект әҙер, һәм путевка хаҡының яртыһы июндең икенсе яртыһынан путевка алыусыларға кире ҡайтарыласаҡ.