Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, арҙаҡлы милләттәшебеҙ, яҡташыбыҙ -- Хәйбулла районының Таштуғай ауылында тыуып үҫән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Республикабыҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҙур өлөш индергән, үҙенең ҡабатланмаҫ образдары менән бер нисә быуын тамашасыларын һөйөндөргән яҡташыбыҙ тыуып үҫкән төйәгенең яҙмышына ла битараф түгел. Яңыраҡ ул “Атайсал” проекты сиктәрендә тыуған ауылы Таштуғайҙа ҡоҙоҡто төҙөкләндерҙе. Хәйбулла районының мәҙәниәт, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Хәйбуллалар уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.