Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениелары етәкселәренә 49 яңы «Лада Ларгус» һәм «Лада Веста» автомобилдәре асҡыстары тапшырҙы. Хәйбулла районының Аҡъяр район дауаханаһы паркы ике «Лада Ларгус» нигеҙендә эшләнгән еңел санитар автомобиль менән тулыланды. Транспорт саралары айырым бағыу талап иткән ауырыуҙарҙы йөрөтөүгә уңайлы.
Автомобилдәр республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау һәм «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаларына, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2024 йылға ҡәҙәр ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
--Илебеҙ Президенты В.Путин инициативаһы менән беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһын ғәмәлгә ашырабыҙ. Был блокка амбулатор фельдшер-акушер пункттары, поликлиникалар төҙөү инә. Уларҙы яҡшы техника менән йыһазландырырға ла кәрәк,--тине Радий Фәрит улы.—Автомобилдәр мобиль булмаған сирлеләрҙе йөрөтөүгә тәғәйенләнгән. Бындай техника менән беренсе сиратта ауыл ерендәге дауаханаларҙың парктарын тулыландырасаҡбыҙ.