Рәсәй Президенты В.В.Путин төбәк башлыҡтарына коронавирусҡа бәйле ҡарарға урындағы хәлгә ҡарап үҙгәртеүҙе һорағайны. 13 майҙа Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров коронавирус таралыуына бәйле указға үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа тағы ла яңы ҡағиҙәләр өҫтәлде.
Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары республикала һәм күрше төбәктәрҙә ял итеп һаулыҡтарын нығыта ала. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында запас инеү урындары ябыла, тимәк барыһы бергә үҙәк инеү урынынан ғына инеп йөрөй башлай. Балаларҙың сығарылыш кисәләренә ата-әсәләр инә ала, бының өсөн прививка эшләтеү тураһында сертификат, йә булмаһа организмда ҡаршы тороу күҙәнәктәре (2-нән дә кәм булмаған) булыу тураһында справка булырға тейеш. Прививка ла, справка ла булмаған осраҡта, вакцина эшләтергә ярамағанлығы тураһындағы документ кәрәк буласаҡ. Балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙары санитар-эпидемиологик сараларҙы ҡулланып ойошторола.