АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Мая 2021, 04:00

Юлдар шыма булһын тип тырышалар

Йылайыр районының юл хужалығы эшселәре йәйге миҙгелдең иң яуаплы эшенә – муниципаль-ара әһәмиәтле юлдарҙы грейдерлауға тотондо.Төбәк юлдары башлыса шоссе булғанлыҡтан, тап ошо осорҙа уларҙы төҙөкләндереү шарттары уңайлы. Етмәһә, йөк транспорттарына сикләүҙәр дауам итә. Шуға ла юлсыларға үҙ бурыстарын намыҫлы атҡарыуға ҡамасаулыҡтар юҡ.

Йылайыр районының юл хужалығы эшселәре йәйге миҙгелдең иң яуаплы эшенә – муниципаль-ара әһәмиәтле юлдарҙы грейдерлауға тотондо.
Төбәк юлдары башлыса шоссе булғанлыҡтан, тап ошо осорҙа уларҙы төҙөкләндереү шарттары уңайлы. Етмәһә, йөк транспорттарына сикләүҙәр дауам итә. Шуға ла юлсыларға үҙ бурыстарын намыҫлы атҡарыуға ҡамасаулыҡтар юҡ.
Тракторист-машинистар каникул, ял тип ҡарап тормай, ҡеүәтле техникаларына атланып, ауылдарға илткән юлдарҙы бер туҡтауһыҙ рәтләй. Төҙөкләндереү эштәренең барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.
#нацпроекты#миллипроекттар
#безопасныеикачественныеавтомобильныедороги
Фото Б. Солтанов.
Читайте нас