Башҡортостанда 13-17 майҙа аномаль эҫе көндәр көтөлә. Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә был көндәрҙә уртаса һауа температураһы норманан ете градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Министрлыҡ был көндәрҙә янғын хәүефһеҙлегене айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. Сүп-сар яғыуҙы туҡтатырға, электр приборҙары менән һаҡ ҡыланырға, ут сығанаҡтарына балаларҙы яҡын ебәрмәҫкә саҡыра. Шулай уҡ яр буйҙарында ял иткәндә һаҡ булығыҙ: һыу инергә әле иртәрәк!