Кисә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы тамамланды. Бөгөн -- 13 майҙа (1 шәүүәл), Ураҙа байрамы билдәләнә.
Рамаҙан – Аллаһ ҡушыуы буйынса йәшәүҙең ауыр түгеллеген, ихтыяр көсө, сыҙамлыҡ булғанда, барыһын да үтәү мөмкинлеген раҫлаған ай.
Ураҙа – ҙур мәктәп. Әҙәм балаһы унан һабаҡ алып, һығымта яһап, тормошта яңы баҫҡысҡа күтәрелергә тейеш.
Бөгөн Сибай ҡалаһының барлыҡ иман йорттарында Ураҙа ғәйеттәре -- Ғид-әл-Фитр ойошторолдо. “Тәҡүә” мәсетендә һәр ваҡыттағыса кеше күп булды. Сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов тәбрикләне.-- Мосолмандар ураҙаны һағыш менән оҙата. Сауап-бәрәкәтте күпләп алыу мөмкинлеген биргән, мәрхәмәт-шәфҡәткә, күркәм ғәмәлдәргә бай, тимәк, бөтөн кешелектең хыял-маҡсатына тап килгән изге айҙан айырылыу еңел түгел, әлбиттә. Диндарҙар әйтеүенсә, был мәлде уҡыусыларҙың мәктәпте тамамлауы менән сағыштырырға мөмкин. Ураҙала алған һабаҡ шул килеш ҡалырға тейеш түгел, уны ғәмәлдә файҙалана башлау, белемде артабан камиллаштырыу, юғарыраҡ үрҙәргә ынтылыу мөһим,--тине башлыҡ.
Арҡайым, Алтын, Көньяҡ, Төйәләҫ ҡасабалары мәсетендә лә ғәйет намаҙҙары ойошҡанлы үтте. Айырыуса Арҡайымдағы Әбүбәкир-әс-Ситдыҡ мәсетендә йәнлелек һиҙелде. Эпидемиологик хәлгә бәйле иман йорттарында байрам табыны уҙғарырға ярамағанлыҡтан, Арҡайым мәсетендә ғибәҙәт ҡылырға килгән һәр мосолманға йылы аш, күстәнәстәр тараттылар. Мансур менән Мәҙинә Ҡадаевтар ойоштороусыларға ҙур рәхмәтле:
--Мәсеттең имам-хатибы Юлай Зиннәт улы Абдрахмановтың, Камил Мәхтүм улы Йәрмөхәмәтовтың фәһемле, бай йөкмәткеле, күләмле хутбалары оҡшаны. Байрам табынына ризыҡ әҙерләп таратыусы бағыусылар Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһенә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте төшһөн! Барыбыҙ ҙа риза булып таралыштыҡ. Айырыуса балалар ҡыуанды,--тине Мансур Абдулхаҡ улы.--Донъяларыбыҙ етеш, өҫтөбөҙ бөтөн, Аллаға шөкөр. Имен һау ғына изге айҙы тамамланыҡ. Ураҙа Ғәйете – әһәмиәте менән Ҡорбан байрамынан ҡала икенсе урында торған оло көн. Ғәйет алдынан һәр мосолман йортон тәртипкә килтереп, үҙе лә йыуынып-ғөсөлләнеп, таҙа кейемдәрен кейеп мәсеттәргә ашыҡты. Иң мөһиме, күңел донъябыҙҙы ла таҙартырға онотмаһаҡ ине, үпкәләгән булһаҡ, бер-беребеҙҙе ғәфү итәйек, байрамды матур уйҙар, изге ниәттәр менән уҙғарайыҡ.