АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Мая 2021, 11:30

Сибайҙар ҙа Ҡазан менән бергә

Татарстандағы мәтам көнө уңайынан Сибай ҡалаһының курант аллеяһында хәтер мемориалы булдырылды. Ҡаланың “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ойошторған урынға теләгән һәр кем килеп күршеләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша ала.Бында иртәнсәктән кеше күп. Сәскәләр, уйынсыҡтар тотоп килеүселәр бер ғәйепһеҙ һәләк булған сабыйҙарҙы иҫкә ала, ата-әсәләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.Тулыраҡ сайтта.

Татарстандағы мәтам көнө уңайынан Сибай ҡалаһының курант аллеяһында хәтер мемориалы булдырылды. Ҡаланың “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ойошторған урынға теләгән һәр кем килеп күршеләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша ала.
Бында иртәнсәктән кеше күп. Сәскәләр, уйынсыҡтар тотоп килеүселәр бер ғәйепһеҙ һәләк булған сабыйҙарҙы иҫкә ала, ата-әсәләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.
--Енәйәт ҡылған егет -- минең тиҫтер. Шундай аҙым яһауы башҡа һыймай. Башҡаларға ҡулы күтәрелгән, ә үҙен-үҙе юҡ итергә көсө етмәгән. Ҡурҡаҡлыҡмы был, ахмаҡлыҡмы, әллә компьютер уйындары шауҡымымы? Һүҙ юҡ, гел һорауҙар,--тине Иҙел исемле егет.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: кисә Ҡазандың 175-се гимназияһына элекке уҡыусыһы үтеп инеп уҡыусыларҙы, уҡытыусыны атып үлтерҙе. Бындай фажиғә ҡабатланырға тейеш түгел.
Читайте нас