Новости
12 Мая 2021, 07:00

Мәсеттән - күстәнәс

Бөгөн ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы тамамлана. Иртәгә Ураҙа байрамын билдәләйбеҙ һәм шәүүәл айына инәбеҙ.Ай дауамында кемдер ураҙа тотто, ураҙа тота алмағандар изге эштәр эшләргә тырышты. Рамаҙан айында яҡшы уйҙар менән изге ғәмәлдәр башҡарыусыларға сауаптары насип итһен.Әйткәндәй, Сыңғыҙ ауылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә ауыл мәсете күстәнәстәр өләште.

Бөгөн ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы тамамлана. Иртәгә Ураҙа байрамын билдәләйбеҙ һәм шәүүәл айына инәбеҙ.
Ай дауамында кемдер ураҙа тотто, ураҙа тота алмағандар изге эштәр эшләргә тырышты. Рамаҙан айында яҡшы уйҙар менән изге ғәмәлдәр башҡарыусыларға сауаптары насип итһен.
Әйткәндәй, Сыңғыҙ ауылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә ауыл мәсете күстәнәстәр өләште.
--Көтөлмәгән күсәтнәс алдым. Мәсетебеҙ имамы Әкрәм ағай Туйсин үҙе тапшырҙы. Рамаҙан айында күрһәткән иғтибарҙарына ҙур рәхмәт,--ти Фәнисә Әхмәтова.
Читайте нас