АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Мая 2021, 04:55

Яңы һулыш кисерә

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.Паркта яңыртыу эштәре ныҡлы йәйелдереүгә ҡарамаҫтан, бында ял итергә теләүселәр кәмемәй. Әйткәндәй, мәҙәниәт һәм ял усағы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһына ярашлы төҙөкләндерелә. Реконструкциялау эштәре былтыр башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә парк эсендәге бушлыҡ уңайлы ял итеү урынына әүерелә бара.

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
Паркта яңыртыу эштәре ныҡлы йәйелдереүгә ҡарамаҫтан, бында ял итергә теләүселәр кәмемәй. Әйткәндәй, мәҙәниәт һәм ял усағы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһына ярашлы төҙөкләндерелә. Реконструкциялау эштәре былтыр башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә парк эсендәге бушлыҡ уңайлы ял итеү урынына әүерелә бара. Бында яңы эскәмйәләр урынлаштырылған, яр буйы төҙөкләндерелгән, тротуарҙар яңыртылған, эттәрҙе йөрөтөү урыны билдәләнгән, яңы объекттың исемен «Терра Урал аръяғы» тип аталыуын сағылдырған стелла ла урын алған. Әлеге ваҡытта паркта реконструкцияның икенсе этабы бара. Йәғни, ҡарт ағастар урынына яңылары ултыртыла, асфальт юл һалына, иҫке ҡоймалар тулыһынса яңыға алмаштырыла. Әйткәндәй, беренсе этапта ҡоймалар булмаясағын белгерткәйнеләр. Проекттың үҙгәреүенә етди сәбәптәр ҙә бар.
--Ҡалаларҙы үҫтереү проекттары институты вәкилдәре төҙөкләндереүҙең беренсе этабында уҡ парк ҡоймаһыҙ була тигән фекерҙә булды. Уларҙың концепцияһына ярашлы бындай йәмәғәт биләмәләре асыҡ, йәғни ҡоймаларһыҙ булырға тейеш.Әммә заказсы—Сибай ҡала хакимиәте парктың шәхси секторға яҡын урынлашыуын, малдар йөрөүен иҫәпкә алып уны кәртәләү кәрәклеген белгертте. Һөҙөмтәлә ҡоймалар була, әммә элекке кеүек бейек түгел, мал үтмәҫлек кенә булып бейеклеге ни бары 60 сантиметр тәшкил итәсәк,--тине паркты төҙөкләндереү буйынса участка начальнигы Павел Соловьев.
Яҡын арала паркта яңы яҡтыртыу, видео күҙәтеү камералары һәм үҫемлектәргә һыу ҡойоу өсөн ҡоролмалар ҡуйыласаҡ. Төҙөкләндереүҙең икенсе этабы октябрь айы аҙағына тамамлана. Өсөнсө этапта иһә парк тағы ла яңы объекттар – эскәмйәләр, стелла, ял итеү өсөн ҡулайламалар менән тулыланасаҡ.
Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.
#нацпроекты#миллипроекттар#комфортнаягородскаясреда
Читайте нас