АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Мая 2021, 06:00

Робот яһай белә Сиҙәмдең малайҙары

5-7 майҙа Пермь ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһының 4 йүнәлешендә: «Программалаштырыу», «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?», «Уйлап табылған мәсьәләләрҙе сисеү» һәм «Робот техникаһы» буйынса ярыштар ойошторолдо. Унда илебеҙҙең 14 төбәгенән-- Киров, Ырымбур, Һамар, Пенза, Нижегородка, Саратов, Ульянов өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан, Башҡортостан, Мордовия, Марий Эл, Сыуаш һәм Удмурт Республикаларынан 160-тан ашыу уҡыусы көс һынашты. "Фән" милли проектына ярашлы уҙғарылған олимпиадала Хәйбулла районының Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары Илнар Сәмиғуллин һәм Таһир Хәмитов Башҡортостандың йыйылма командаһы составында республика намыҫын яҡланы. Һәләтле яҡташтарыбыҙ «Робот техникаһы» йүнәлешенең «Урам рәссамы» һәм «Фуникулер» номинацияларында роботтар конструкторлап 3-сө урын яуланы. Фәнни-инновацион өлкәлә үҙҙәренең мөмкинлектәрен күрһәтә алған ябай ауыл малайҙарына артабан да уңыштар теләйбеҙ!

#нацпроекты#миллипроекттар#наука
Читайте нас