Республика етәкселеге субсидия алыу өсөн көнбағыш майы һәм шәкәр хаҡтарына сик ҡуйҙы. Ошо ризыҡтарҙы етештереүселәр үҙ продукцияһына хаҡ күтәрмәһә, бюджеттан ярҙамға иҫәп тота ала. Субсидияны юллау тәртибен республиканың премьер-министры Андрей Назаров раҫланы.
Етештереүселәр ярҙам алғандан һуң үрҙә һанап үткән аҙыҡ-түлеккә 6 ай дауамында (1 апрелдән 30 сентябргә ҡәҙәр) хаҡты арттырмаҫҡа тейеш. Шулай итеп, көнбағыш майының 1 литры--95, шәкәрҙең 1 килограмы 36 һумдан артмаҫҡа тейеш. Хаҡтарҙы тотҡан компаниялар һәр литрға--10, һәр килограмға 5 һум иҫәбенән компенсацияға дәғүә итә.
Власть вәкилдәре яңы төр ярҙамдың ғәмәлгә инеүен көнбағыш майы һәм шәкәр етештереүселәрҙең сығымы ҙур булыуы сәбәп булып тора тип белдерә. UfaTime.ru хәбәр итеүенсә, Башҡортостан был тәңгәлдә федераль ҡаҙнанан 375 миллион һум субсидия алырға иҫәп тота.