Бөгөн Хәйбуллала “Дала батыры” республика бәйгеһе үтә. Ул көрәш майҙанында арҡаһы ер күрмәгән билдәле көрәшсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев иҫтәлегенә арналған.
--Бынан 44 йыл элек яҡты донъя менән хушлашһа ла, уның хаҡтағы яҡты хәтирәләр хәйбуллалар хәтерендә әле булһа һаҡлана. Улдарының береһе - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың хәтерләүенсә, һуғыштан яраланып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ул бик ғәйрәтле була. Ун биш йәшендә тәүге тапҡыр көрәш майҙанына сыҡһа, һуңғы тапҡыр ул 62 йәшендә район һабантуйында көрәшеп, беренсе урынды яулай. Хәлһеҙләнеп йығылған аттың бауыр аҫтына инеп, күтәреп торғоҙғанын,косилканы күтәреп ултыртҡанын, юлда батып ултырған машинаның аҫтына һайғау тығып, водителдең тәгәрмәс аҫтына таҡта түшәгәнсе күтәреп торғанын ауыл ҡалҡы әле лә иҫләй икән.
Билдәле яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын дауам итерҙәй ғәйрәтле көрәшселәр бөгөн дә бихисап. Быны бөгөнгө бәйге, уның ҡатнашыусылары дәлилләне. Хәйбуллала туҡһан икенсе йылдан алып район-ара кимәлдә уҙғарылып килгән был бәйге "Демография" милли проектының "Спорт--йәшәү нормаһы" программаһы сиктәрендә йыл һайын республика кимәлендә уҙғарыласаҡ. Ярышҡа килгән көрәшселәрҙең һаны ла йылдан йыл артыр, милли көрәш тағы ла нығыраҡ үҫешер, тип ышанғы килә,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хәкимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография#спортнормажизни