24 апрелдә уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһына сибайҙар әүҙем ҡушылып ҡалала ветерандар аллеяһы барлыҡҡа килеүен хәбәр иткәйнек. 9 Май—Бөйөк Еңеү яҡынлашып килгән май каникулдарында аллеянан шыршы үҫентеһен һурып алыуҙары мәғлүм булды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға дан йырлаған мәлдә уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштергән ағасты алып китергә кемдең ҡулы етте икән?
Улай тиһәң, үҙебеҙ булдырғанды үҙебеҙ юҡ итергә оҫталар беҙҙә. Ошо көндәрҙә Кушнаренко районы үҙәгендә парк төҙөү өсөн ағастарҙы ҡырҡҡандар. Урындағы халыҡ быға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙың һүҙҙәренсә, аллея 1985 йылда мәҙәни-спорт комплексы асылыу айҡанлы төҙөкләндерелгән булған. Советтар Союзындағы туғандаш республикаларҙың һанына тура килтереп, 15 үҫенте ултыртылған. Ағастарҙы күренекле шағир Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән бергә ултыртҡан булған.
Шулай берәүҙәр ултырта, берәүҙәр ҡорота.