АТАЙСАЛ
+13 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
5 Мая 2021, 14:00
Сайҡалалар кәмәләр
Башҡортостанда көндәр йылыныу менән йылғаларҙан ағыусы туристар һәм ялдың ошо төрөн үҙ итеүселәр күбәйҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты һыуҙан, етмәһә экстремаль шарттарҙа ағып төшөүҙең хәүефле булыуын иҫкәртә.3 майҙа, мәҫәлән, ҡотҡарыусылар Белорет районында 34 йәшлек ҡатынды һәм 39 йәшлек ир-егеткә һыуҙан сығырға ярҙам иткән. Улар Кесе Инйәр йылғаһындағы “Айғыр тупһалары”нда катамарандан ҡолаған. Ирле-ҡатынлы Рыбинск ҡалаһынан килгән.Йылайыр районында Һаҡмар йылғаһының «Яман-Таш» тупһаһында 1984 йылғы ир-егеткә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ул да йылғала аҡҡан ваҡытта йәрәхәтләнгән.Дауамы сайтта.
Ҡотҡарыусылар йылға буйлап аҡҡан туристарға ярҙам итеүҙәрен дауам итә.
Башҡортостанда көндәр йылыныу менән йылғаларҙан ағыусы туристар һәм ялдың ошо төрөн үҙ итеүселәр күбәйҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты һыуҙан, етмәһә экстремаль шарттарҙа ағып төшөүҙең хәүефле булыуын иҫкәртә.
3 майҙа, мәҫәлән, ҡотҡарыусылар Белорет районында 34 йәшлек ҡатынды һәм 39 йәшлек ир-егеткә һыуҙан сығырға ярҙам иткән. Улар Кесе Инйәр йылғаһындағы “Айғыр тупһалары”нда катамарандан ҡолаған. Ирле-ҡатынлы Рыбинск ҡалаһынан килгән.
Йылайыр районында Һаҡмар йылғаһының «Яман-Таш» тупһаһында 1984 йылғы ир-егеткә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ул да йылғала аҡҡан ваҡытта йәрәхәтләнгән.
Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, бындай күңелһеҙ хәлдәр туристарҙың ойошҡанлы эш итмәүенә бәйле килеп тыуа. Шулай уҡ тейешле кимәлдә экипировкалары булмауы, алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙары ла яҡшыға илтмәй.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре маршрут дауамында хәүефһеҙлек саралары күреү мөмһимлеген иҫкәртә. Шулай уҡ ағырға теләүселәр туристик маршруттарын
https://forms.mchs.gov.ru/registration_tourist_groups
һылтанмаһы аша үтеп инеп мотлаҡ теркәләү үтергә тейеш.
#башкирия #спасатели #туризм #сплавы #туристическиймаршрут
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"