АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Мая 2021, 04:40

Ҡотло ҡулдарында--сабыйҙар

5 майҙа акушерҙар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.Фотола күргән Сибай үҙәк дауаханаһы бала табыу йортоноң аҡ халатлы фәрештәләрен бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар яҡшы таный. Сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы гүзәл затҡа әсә булырға ярҙам иткән.Дауамы сайтта.

5 майҙа акушерҙар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Фотола күргән Сибай үҙәк дауаханаһы бала табыу йортоноң аҡ халатлы фәрештәләрен бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар яҡшы таный. Сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы гүзәл затҡа әсә булырға ярҙам иткән.
Йөклө булыуҙарын белгәс тә ғоманлылар ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына ашыға. Бында 12 акушерка -- Ҡәйепҡолва Л.Й, Баранова Н.И, Сафина З.О, Билалова И.З, Ишйәрова Г.Ғ, Утәева Р.Х, Байназарова Я.И, Йәнсурина Н.Р, Тимербулатова З.И, Мөхәмәтҡужина Г.К, Кәйекбирҙина Г.Р. буласаҡ әсәләрҙе бала тапҡанға ҡәҙәр, йәғни йөклөлөктөң башынан аҙағына ҡәҙәр ҡанаты аҫтына ала. Көн еткәс бала табыу бүлегендәге оҫта акушеркалар сабыйҙарға яҡты донъяға килергә ярҙам итә.
Сибай бала табыу йортонда әсәлек һәм балалыҡты хәстәрләүгә бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Медицина учреждениеһы һуңғы йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә заманса ҡорамалдар менән даими йыһазландырыла.
Бында Сибай ҡалаһынан ғына түгел, тотош Урал аръяғынан, хатта Силәбе өлкәһенән ҡатын-ҡыҙҙар бала табырға килә.
Акушеркаларҙы һөнәри байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Изге эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
#нацпроекты#миллипроекттар#здравоохранение
Читайте нас