Новости
4 Мая 2021, 05:30

1 майҙан нимәләр үҙгәрҙе?

-Тимер юлы аша үткән саҡта ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн штраф күләме арта: автомобилсегә 5 мең һум штраф түләргә йәки 4-6 айға ҡәҙәр водитель танытмаһын алдыртыу янай;-Сәйәхәт итеүселәр мотлаҡ рәүештә коронавирусҡа ике тапҡыр тест тапшыра: илгә ингәндең 5-се көнөнә һәм беренсе тестан һуң тағы ике көн үтеүгә;-Транспорттан билетһыҙ балаларҙы төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф күләме арта: водителгә 5 мең һум, кондукторға 20-30 мең һум һалыныуы ихтимал. Был закон транспортта үҙҙәре генә йөрөгән балаларға ҡағыла;- 9-сы класс уҡыусылары өсөн биология, физика, химия, рус әҙәбиәте, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр, информатика һәм ИКТ фәндәренән төп дәүләт имтихандары контроль эш менән алмаштырыла. Контроль эштәрҙе уҡыусылар 18-21 майҙа яҙа. Резерв дата булмай;Дауамы сайтта.

-Тимер юлы аша үткән саҡта ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн штраф күләме арта: автомобилсегә 5 мең һум штраф түләргә йәки 4-6 айға ҡәҙәр водитель танытмаһын алдыртыу янай;
-Сәйәхәт итеүселәр мотлаҡ рәүештә коронавирусҡа ике тапҡыр тест тапшыра: илгә ингәндең 5-се көнөнә һәм беренсе тестан һуң тағы ике көн үтеүгә;
-Транспорттан билетһыҙ балаларҙы төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф күләме арта: водителгә 5 мең һум, кондукторға 20-30 мең һум һалыныуы ихтимал. Был закон транспортта үҙҙәре генә йөрөгән балаларға ҡағыла;
- 9-сы класс уҡыусылары өсөн биология, физика, химия, рус әҙәбиәте, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр, информатика һәм ИКТ фәндәренән төп дәүләт имтихандары контроль эш менән алмаштырыла. Контроль эштәрҙе уҡыусылар 18-21 майҙа яҙа. Резерв дата булмай;
- Пилот, штурман, авиация инженерҙарына, механик, радист, шулай уҡ шахтерҙарға, күмер сәнәғәте эшсәндәренең пенсияларына өҫтәмә түләүҙәр билдәләнә;
-Һалым айырмаһын алыу тәртибе ябайлаша – ғаризаны Федераль һалым хеҙмәте сайтында ғына тултырыу ҙа етә, офисҡа барып йөрөү кәрәкмәй. Камераль тикшереү ваҡыты – 1 ай, иҫәпкә аҡса 15 көн эсендә күсә;
-Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә, пенсионерҙарға каникул тамамланды;
-Шәкәргә хаҡ күтәрелеү мораторийы тамамланды;
-Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Росгвардия ҡарамағындағы профилле юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ата-әсәләре көс структураларында эшләүселәрҙең балаларына ташламалар бөтөрөлдө. Ҡабул итеү имтихандарын уңышлы биргән абитуриенттар ғына ташлама менән ҡуллана ала.
Читайте нас