АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Мая 2021, 04:00

Республика Башлығы һүҙендә торҙо

Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында май байрамдары алдынан заманса йыһазландырылған фельдшер-акушер пункты асылды. Һәр ауыл өсөн бик кәрәкле социаль объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылды. Был һуңғы 2 йылда төбәктә төҙөлгән алтынсы фельдшер-акушерлыҡ пункты.Дауамы сайтта.

Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында май байрамдары алдынан заманса йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Һәр ауыл өсөн бик кәрәкле социаль объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылды. Был һуңғы 2 йылда төбәктә төҙөлгән алтынсы фельдшер-акушерлыҡ пункты.
--Республикабыҙҙа медицина өлкәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы арала бик күп яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлә. Шул иҫәптән беҙҙең районда ла бөгөн асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты районда тәүгеһе түгел. Ошондай уҡ модулле ФАП ағымдағы йылда Күгиҙел ауылында сафҡа индерелде. Уҙған йылдарҙа Семеновский һәм Ишбирҙе ауылдарында модулле, Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында стационар ФАП-тар эш башланы. Бынан тыш Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһына нигеҙ һалыныуы көтөлә. Башҡа социаль объекттар төҙөү эштәре башҡарыла, мәҫәлән, Иҫке Сибай ауылында – мәктәп, Темәстә – физкультура-һауыҡтырыу комплексы,--тип яҙҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
--Был проектты бойомға ашырырға ярҙам иткән Республика Башлығына, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Үҙәк ҡала дауаханаһына, «Профметалл» подряд ойошмаһына, ауыл хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.
Йәрмөхәмәттә берҙәм, дәртле эшһөйәр халыҡ йәшәй. Дәррәү өмәгә сығып ФАПҡа нигеҙ һалыуҙа ярҙам иттегеҙ. Һеҙгә артабан да шулай дәртле һәм берҙәм булып ҡалырға теләйем. Бөгөн асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!
Уҙған йылдарҙа ауылда “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында мәктәп ҡыйығы ремонтланған, күмәк көс менән күпер һалынған. Йәрмөхәмәттәр яңы пунктҡа ҡойма эшләүҙә лә бик әүҙем ҡатнашҡан. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 32 йыл эш тәжрибәһе булған Гөлниса Хажиәхмәт ҡыҙы Ишҡыуатава сирлеләрҙе ҡабул итә.
#нацпроекты#миллипроекттар
#здравоохранение
Читайте нас