АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Апреля 2021, 12:00

Һөнәри байрамдарына шәп бүләк

30 апрелдә илдә Янғын һағы көнө билдәләнә. Янғын һүндереүсе һөнәре хаҡлы рәүештә яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Һәр осорҙа кешеләр утҡа ҡаршы көрәшеүселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалай һәм ихтирам итә.Байрам алдынан республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Баймаҡ районының Беренсе Төркмән һәм Урғаҙа ауылдарында бүлек булдырыу өсөн райондың янғынға ҡаршы хеҙмәтенең штат һанын арттырған.Тулыраҡ сайтта.

30 апрелдә илдә Янғын һағы көнө билдәләнә. Янғын һүндереүсе һөнәре хаҡлы рәүештә яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Һәр осорҙа кешеләр утҡа ҡаршы көрәшеүселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалай һәм ихтирам итә.
Байрам алдынан республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Баймаҡ районының Беренсе Төркмән һәм Урғаҙа ауылдарында бүлек булдырыу өсөн райондың янғынға ҡаршы хеҙмәтенең штат һанын арттырған.
-- Ауылдарҙы янғындан һаҡлау өсөн «Урал-NEXT» базаһында ике янғын һүндереүсе автоцистерналар тапшырылды,--тип яҡшы яңылыҡтары менән бүлеште социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Читайте нас