АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
29 Апреля 2021, 04:46

Аҡсала В.Путиндың портреты булырмы?

“Йәмәғәт фекере” һорау фонды Рәсәй халҡынан аҡса купюраһында кемде күрергә теләүҙәре тураһында һорау үткәргән.

“Йәмәғәт фекере” һорау фонды Рәсәй халҡынан аҡса купюраһында кемде күрергә теләүҙәре тураһында һорау үткәргән. 70% халыҡҡа әлеге аҡсаның дизайны оҡшай, 5%-ына оҡшамай, 25%-ы яуап бирергә тартынған.
Шулай ҙа күптәр аҡса тышында Путинды күрергә теләгән. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан халыҡтың 49%-ы Үҙәк банктың аҡса дизайнын үҙгәртергә теләгәнен бөтөнләй белмәгән.
Халыҡтың 35%-ы аҡса тышында Путиндың портреты булыуына ҡырҡа ҡаршы. Халыҡтың 10%-ы - Юрий Гагарин, 9%-ы – А.С. Пушкин, 8%-ы - Иосиф Сталиндың, 7%-ы - Петра I-нең һүрәтен күрергә теләк белдергән.
#ВВПУТИН
Читайте нас