Новости
28 Апреля 2021, 16:00

Ошо балыҡ ҡына етмәгәйне

Төркиәнең матбуғат хеҙмәте диңгеҙ ярҙарында быға ҡәҙәр бер ваҡытта ла күҙәтелмәгәнсә ағыулы балыҡтар--фуга баҫып алыуын белгертә. Балыҡтар өйкөмө менән Анталья пляждарына яҡын килгән. Урындағы халыҡ быйыл һыу инә лә алмаҫбыҙ тип борсола. Төрөктәрҙе аңларға була, сөнки бындай үлемесле балыҡтар Урта диңгеҙгә хас түгел. Элек улар Һинд һәм Тымыҡ океанда ғына осраған. Әле улар яңы биләмәне тиҙ үҙләштереүҙәре менән хәүефле. Төрөк властаре хәлде ҡурҡыныс булыуын белгертә һәм фуга балығын юҡ итеү яҡлы.

Читайте нас