АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Апреля 2021, 07:05

Һыу кимәле кәмей

Дөйөм алғанда һыу баҫыу буйынса төбәктә ыңғай динамика күҙәтелә. Килгән һыу яйлап китә. Бер тәүлектә 112 системаһына 5 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһынан һәм районынан юлдар һыу аҫтында ҡалыуы тураһында 4 хәбәр алынған.

Һыу баҫыу буйынса бөгөнгө брифингта Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, республиканың 5 муниципалитетында 22 ерҙә һыу баҫыу күҙәтелә.
--Әлеге ваҡытта 1261 йорт һәм йорт яны ихаталары һыу аҫтында ҡалып килә. Шуларҙың 1200-ө -- баҡса участкалары. 13 урында юлдарҙы һыу йыуған,--тине Эдуард Иҙрисов.
Дөйөм алғанда һыу баҫыу буйынса төбәктә ыңғай динамика күҙәтелә. Килгән һыу яйлап китә. Бер тәүлектә 112 системаһына 5 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһынан һәм районынан юлдар һыу аҫтында ҡалыуы тураһында 4 хәбәр алынған.
Фото: 1MediaInvest
Читайте нас