АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Апреля 2021, 13:00

Ул көн башҡа ҡабатланмаһын

Бөгөн Чернобыль атом электр станцияһанда яңғыраған кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс фажиғәғә 35 йыл тулды. Был һәләкәт меңдәрсә кешеләрҙең яҙмышын үҙгәртте, бик күптәрҙең ғүмерҙәрен ҡыйҙы, өйһөҙ, илһеҙ итте.Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтә донъя ҡушылды тиһәк тә хата булмаҫ. Һәләкәттә 3 йыл дауамында Сибай ҡалаһынан 90-дан ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар үҙҙәренең һаулығын ғына түгел, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, авария булған урында намыҫлы эшләгән.

Бөгөн Чернобыль атом электр станцияһанда яңғыраған кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс фажиғәғә 35 йыл тулды. Был һәләкәт меңдәрсә кешеләрҙең яҙмышын үҙгәртте, бик күптәрҙең ғүмерҙәрен ҡыйҙы, өйһөҙ, илһеҙ итте.
Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтә донъя ҡушылды тиһәк тә хата булмаҫ. Һәләкәттә 3 йыл дауамында Сибай ҡалаһынан 90-дан ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар үҙҙәренең һаулығын ғына түгел, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, авария булған урында намыҫлы эшләгән.
Ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейында ойошторолған “Чернобыль.35 йыл уҙғас” сараһында бер төркөм “чернобылселәргә” юбилей миҙалдары, ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Читайте нас