Президентының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен матур йола буйынса йыл һайын уҙғарыла. Уны Рәсәй халҡы көтөп ала. Һуңғы йылдарҙа тура эфирҙа барған сығышында Владимир Путин ил халҡына ярҙам күрһәтер өсөн һәйбәт башланғыстар, ярҙам төрҙәре менән таныштыра.
Мөрәжәғәтнамәлә тағы бер яҡшы яңылыҡ - бәләкәй балалары булған ғаиләләргә ярҙам. Был ярҙам сараһы мәктәп уҡыусылары быйыл саҡ беренсе класҡа барасаҡ балаларға ҡағыла. 10 мең һум күләмендәге ярҙам яңы уҡыу йылы алдынан август айында бирелә.
Ауырлы ҡатындарға һәм тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам
8-16 йәшлек балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән атай һәм әсәйҙәргә лә 1 июлдән алып тулы ай һайын 5600 һум аҡса түләү ҡаралды. Шулай уҡ Владимир Путин матди ауырлыҡ кисергән һәм бала көткән ҡатындарға ла ярҙам итеү юлдарын ҡараны. Буласаҡ әсә иртә срокта иҫәпкә торһа һәм ауыр матди хәлдә булһа ай һайын 6350 һум аҡса түләнәсәк.
Эш хаҡы тулыһынса түләнәсәк
Тағы бер ярҙам сараһы – ете йәшкә тиклемге балаһы ауырыған ваҡытта әсәнең ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда эш хаҡы 100 процент кимәлендә түләнә.
Балалар һәм стөденттар ялы тураһында
Президент балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20% кире ҡайтарған программаны оҙайтыу тәҡдимен дә индерҙе. Студенттар туризмы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндереү алымдарын ҡулланыу, уларға каникулдар осоронда, йәғни юғары миҙгелдә лә кире ҡайтарырға мөмкин.
Киләһе ике йыл эсендә педагогик йүнәлештәге уҡыу йорттарын заманса ҡорамалдар менән тулыландырыу өсөн 10 миллиард һум аҡса бүленә. Уҡыу йорттарына 45 меңгә яҡын бюджет урындары бирелә. 1 миллионға яҡын балаға 1300 мәктәп төҙөү планлаштырылды.
Медицина учреждениеларына һәм колледж уҡытыусыларына ярҙам.
Төбәктәге барлыҡ медицина учреждениеларына ла ярҙа биреү ҡаралды, уларға 5 мең тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарыласаҡ. Рәсәйҙең барлыҡ урта профессиональ белем биреү учреждениеларындағы класс етәкселәренең эш хаҡына 5 мең һум өҫтәлә.