24 апрелдә республикала “Экология” милли проектына ярашлы “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт ала. Шулай уҡ был көндө Дөйөм Рәсәй таҙалыҡ өмәһе лә үтәсәк.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашыусылар төбәгебеҙҙе беренсе йыл ғына йәшелләндермәй. Былтыр мәҫәлән республикала 2 мең ярым йәш үҫенте, 400 эре ағас ултыртылған. Сибайҙар ҙа был саранан ситтә ҡалмай һәм һәр ваҡыт уға әүҙем ҡушыла.
--Сибайҙар Йәшел Башҡортостан акцияһы йыл да бик ойошҡанлы үтә. Быйыл да ҡалалаштар тыуған еребеҙҙе йәшелләндереүгә, матурайтыуға үҙ өлөшөн индерер тип ышанабыҙ,-- ти төҙөкләндереү буйынса өлкән инспектор Илгизә Яйыҡбаева.
Былтыр акцияға ҡаланың барлыҡ предприятие, ойошма, учреждениеларынан 1 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты. Һөҙөмтә ҡыуаныслы—ихаталарҙа һәм урамдарҙа саған, миләш, ҡарағастар барлыҡҡа килде. “Аманат” скверына ғына 40 шыршы һәм 35 миләш ултыртылды.
Быйыл өмәләр үткәрелгән урындар исемлегенә “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәрен индереү мотлаҡ. Был өмәләр ваҡытында халыҡҡа 2022 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү тураһында мәғлүмәтте еткереү кәрәк.
#нацпроекты#миллипроекттар#экология