АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Апреля 2021, 11:11

«Еңеү бүләге—«Атайсал»

«Еңеү бүләге—«Атайсал» 9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. “Атайсал” гәзите редакцияһы иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһында ҡатнашып, изге Рамаҙан айында өлкән быуын вәкилдәренә баҫмабыҙҙы бүләк итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандарына, һуғыш балаларына “Атайсалды” бүләк итергә теләүселәр редакциябыҙға мөрәжәғәт итеп, йә булмаһа 89279412606 телефонына шылтыратып акцияның шарттары менән таныша ала. Беҙҙең баҫмабыҙҙы яҙҙырығыҙ, уҡығыҙ, бүләк итегеҙ!Акцияға ҡушылып ике ветеранға баҫмабыҙҙы бүләк итеүсе Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов өлкән быуын вәкилдәренә теләктәрен еткерҙе:

9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. “Атайсал” гәзите редакцияһы иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһында ҡатнашып, изге Рамаҙан айында өлкән быуын вәкилдәренә баҫмабыҙҙы бүләк итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандарына, һуғыш балаларына “Атайсалды” бүләк итергә теләүселәр редакциябыҙға мөрәжәғәт итеп, йә булмаһа 89279412606 телефонына шылтыратып акцияның шарттары менән таныша ала. Беҙҙең баҫмабыҙҙы яҙҙырығыҙ, уҡығыҙ, бүләк итегеҙ!
Акцияға ҡушылып ике ветеранға баҫмабыҙҙы бүләк итеүсе Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов өлкән быуын вәкилдәренә теләктәрен еткерҙе:
- Тыуған илебеҙҙең киләсәге өсөн Бөйөк Ватан һуғышында дошмандарҙы аяуһыҙ ҡырған һалдаттарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен, бәхетле балалыҡтан мәхрүм ҡалған һуғыш балаларын һәр ваҡыт иғтибарлы, мәрхәмәтле булырға тейешбеҙ. Уларҙың тырышып йәшәүҙәре, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә, уларҙың юғары рух көсө беҙҙең быуынға аманат итеп тапшырылған. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙерге һанлы технологиялар осоронда тәрбиәләнгән балалар ҙа тарих менән ҡыҙыҡһына, батырҙарыбыҙҙың тормошон өйрәнә, улар тураһында заманса китаптар, кинофильмдар төшөрөлә. Беҙҙең бәләкәй генә булһа ла бүләгебеҙҙе ҡабул итеп алһындар, беҙҙең менән бергә ҡайнап йәшәһендәр, илгә лайыҡлы киләсәк быуынды тәрбиәләшһендәр тигән теләктә ҡалам.
Читайте нас