АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Апреля 2021, 05:50

Урау юлдан йөрөргә мәжбүрҙәр

Баймаҡ районының Темәс ауылында күпер емерелгән.Төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итеүенсә, күпер техник торошо арҡаһында сафтан сыҡҡан. Ауыл халҡы Шырҙы йылғаһы аша һалынған күперҙең йәкшәмбе көнөндә үк емерелеүен белгертә. Был хәлгә Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова «Подслушано Темясово» паблигында аңлатма биргән. Ул аҙна аҙағына күпер сафҡа инәсәк тип вәғәҙә биргән. Әлегә водителдәр урау юлдан йөрөргә мәжбүр.

Баймаҡ районының Темәс ауылында күпер емерелгән.
Төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итеүенсә, күпер техник торошо арҡаһында сафтан сыҡҡан. Ауыл халҡы Шырҙы йылғаһы аша һалынған күперҙең йәкшәмбе көнөндә үк емерелеүен белгертә. Был хәлгә Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова «Подслушано Темясово» паблигында аңлатма биргән. Ул аҙна аҙағына күпер сафҡа инәсәк тип вәғәҙә биргән. Әлегә водителдәр урау юлдан йөрөргә мәжбүр.
Фото: Темәс ауылы биләмәһе төркөмөнән
Читайте нас