АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Апрель 2021, 04:35

Табиптарға бушлай торлаҡ бирелә

Тәүҙә махсус найм программаһы буйынса алһалар, артабан уны хосусилаштырыу мөмкинлеге ҡараласаҡ.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Телемедицинаны үҫтереү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе һораны.
“Был законға 4 йыл элек ҡул ҡуйылды, тик бер ниндәй ҙә алға китеш, үҙгәреш, яңы проекттар күренмәй. Бөгөн яһалма интеллект системалары яңыртылырға, табиптар бер-береһе менән тиҙ арала бәйләнешкә сығып тәжрибә уртаҡлаша алырға, ауырыуҙарҙың һаулыҡ торошон дистанцион мониторингта тоторға тейеш. Бынан тыш медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңынан сығарырға ярамай. Бигерәк тә торлаҡ проблемаларын хәл итергә кәрәк. Тәүҙә торлаҡты махсус найм программаһы буйынса биреү, артабан уны хосусилаштырыу мөмкинлеге ҡараласаҡ,”-тине Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса башлығы Дмитрий Морозов.
#В.В.Путин
Читайте нас