Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Гүзәл Һөйөндөкова Мәскәү ҡалаһының онкология клиникаһында уҙған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли һәм “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” төбәк проекттарына ярашлы уҙғарылған сарала амбулатор онкология үҙәктәре эшмәкәрлектәрен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.
--Медицина хеҙмәткәрҙәрен башлыса онкологик сирлеләргә махсуслаштырылған ярҙам күрһәтеүҙе ойошторорға өйрәттеләр. Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге – онкологик ярҙам күрһәтеү системаһын тулыландырыусы яңы структура. Уларҙы булдырыуҙың маҡсаты -- онкологик сирҙәрҙе дауалау ваҡытын ҡыҫҡартыу, медицина ярҙамы сифатын күтәреү, яман сирҙәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү. Түңәрәк өҫтәл бик фәһемле булды. Мәскәү, Өфө табиптары был тармаҡта үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты, -- тине Гүзәл Фәнил ҡыҙы.
#нацпроекты#миллипроекттар#здравоохранение