Новости
19 Апреля 2021, 04:43

Халыҡ йәшәйеше яҡшырырмы?

Рәсәй Президенты В.В.Путин төбәк етәкселәренә социаль өлкәләрҙең эшмәкәрлеге, шулай уҡ халыҡ йәшәйешенең рейтингын билдәләүҙе һораны. Был турала ул Дәүләт Советы ултырышында сығыш яһаны.

Рәсәй Президенты В.В.Путин төбәк етәкселәренә социаль өлкәләрҙең эшмәкәрлеге, шулай уҡ халыҡ йәшәйешенең рейтингын билдәләүҙе һораны. Был турала ул Дәүләт Советы ултырышында сығыш яһаны.
“Стратегик инициативалар агентлығына, төбәк етәкселәренә мөрәжәғәт итәм: шәхси эшҡыуарҙарҙың эш асыуынан алып бөгөнгө көндә дауам иткән хеҙмәтен үҙегеҙ үтмәйенсә баһалай алмайһығыҙ. Шуға күрә, улар һораған ярҙам күләмен дә аңламайһығыҙ. Бынан тыш табиптарға яҙылыу, мәктәпкә, балалар баҡсаһына балаларҙы урынлаштырыу проблемаларын да үҙ башығыҙҙан үткәрмәйенсә, бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаясаҡ. Был һорауҙар буйынса һәр төбәктә тәртип урынлаштырырға, проблемаларҙан сығыу юлдарын табырға кәрәк,”-тине ил башлығы.
#ВВПУТИН
Читайте нас