АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Апреля 2021, 07:20

«Юғары әҙерлек» ғәмәлдә

Урал аръяғында ла ташҡын хәүеф тыуҙыра. Бөрйән районының Байназар ауылында бер нисә шәхси хужалыҡҡа һыу ингән.Баймаҡ районының Темәс ауылында Талашты йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Беренсе Май урамындағы 4 йорт биләмәһенә һыу тулған.Йылайыр районы Йылайыр ауылының Скоробогатов урамында ла йорттар янында һыу ятҡылыҡтары барлыҡҡа килгән.

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡалала «Юғары әҙерлек» тәртибен индереү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ 14 прелдән көсөнә инде. Махсус режим Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы баш ҡала территориаль звеноһының көс һәм идара итеү органдары өсөн ғәмәлдә.
Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, режим тейешле ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем ғәмәлдә була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәргә һәм өфөләргә йылғаларҙа һыу кимәле ҡапыл күтәрелгән осраҡта 112 телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға хәбәр итергә һәм һыу баҫҡан урындан китергә тырышырға кәрәк.
Урал аръяғында ла ташҡын хәүеф тыуҙыра. Бөрйән районының Байназар ауылында бер нисә шәхси хужалыҡҡа һыу ингән.
Баймаҡ районының Темәс ауылында Талашты йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Беренсе Май урамындағы 4 йорт биләмәһенә һыу тулған.
Йылайыр районы Йылайыр ауылының Скоробогатов урамында ла йорттар янында һыу ятҡылыҡтары барлыҡҡа килгән.
Читайте нас