АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Апреля 2021, 04:30

Кәтлитте кем ашаған?

Киров өлкәһе прокуратураһы мәктәп ашханаһында кәтлиттәрҙе йыуыу осрағы теркәлгәндән һуң директорға иҫкәрмә сығарҙы. Был хәл тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡҡас та, мәктәптә тикшереү башланған.

Киров өлкәһе прокуратураһы мәктәп ашханаһында кәтлиттәрҙе йыуыу осрағы теркәлгәндән һуң директорға иҫкәрмә сығарҙы. Был хәл тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡҡас та, мәктәптә тикшереү башланған. Ашнаҡсы беренсе сменан ҡалған кәтлиттәрҙе йыуып, икенсе сменала туҡланған балаларға бирергә теләгән. Тикшереү башланғас, ул кәтлиттәрҙе өйөнә алып ҡайтыр өсөн йыуғанлығын аңлатҡан.
Тикшереү барышында аҙыҡ-түлекте һаҡлауҙа норматив талаптарҙы, температура режимын боҙоу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға туҡланыу нормаларын боҙоу осраҡтары теркәлгән.
Был хәлдән һуң Рәсәй Президенты В.В.Путин Роспотребнадзорға Рәсәй төбәктәренең һәр мәктәбендә бөгөндән башлап тикшереү уҙғарырға, 1 сентәбргә тиклем ашханаларҙа туҡланыу ойоштороу проблемаларын хәл итергә ҡушты.
#ВВПУТИН
Читайте нас