24 апрелдә--Бөтә Рәсәй дөйөм өмә көндө Баймаҡ районы халҡы “Экология” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушыла.
Был көндө төбәктең бөтә ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһының бер нисә йәмәғәт һәм ихата биләмәләрендә ағас ултыртыласаҡ.
Сара барышында 1600 эре ағас үҫентеһе ултыртыу, унда йәмғеһе 2500 кеше, 28 берәмек техника ҡатнашыуы күҙаллана.
#нацпроекты#миллипроекттар